Еләк йыям тауҙа
ХӘМДИӘ МОРТАЗИНА
Ҡыҙыма
Иң ҡәҙерле кешем ҡыҙым ғына
Йөрәк яраларын уңалтыр
Ауыр саҡта йәнгә йылы ҡойор
Көлөүҙәре менән йыуатыр
Бала өсөн әсәй утҡа инә
Урындарға төшә яңынан
Шул бәхеттең яҡтылығы өсөн
Берсә һүнеп берсә ҡабына
Күҙен текәп көтә әсәйем
Ҡапҡа алдына сығып көтә ине
Күҙем текәп юлға әсәйем
Тыуған йортто ташлап остоҡ ҡоштай
Ҡанат үҫкәс осмай нишләйек?
Ваҡытында ҡайтмай ҡалған саҡтар
Үкендерә икән һуңынан
Үҙен үҙе ғәфү итмәй йөрәк
Борһалана бөгөн ярһыуҙан
Тәбиғәттә булған ҡабатланыу
Ниңә бирелмәгән кешегә
Тыуа бер ҡат әҙәм был доньяға
Тупрағыла бер ҡат ишелә
Нимә булған был донъяға?
Ниндәй заманалар килде
Туған туғанды белмәй
Ярлыларға хөрмәт бөткән
Байы байҙарҙы эҙләй
Ағастарҙы ҡорттар ашай
Күлдәр һайығып кибә
Ни булды һуң был тәбиғәт кә
Кешелек аяу көтә
Ялан ҡырҙарҙы шуҡ байҙар
Һатып алып бөткәндәр
Еләк йыйған яландарға
Тимер һуҙып киткәндәр
Нимә булды была доньяға
Кемдәр әйтер үҙ һүҙен
Кемгә икән хеҙмәт итер
Балыҡ тотҡан күк күлем
Мин бәхетле ҡартәсәй
Балаларым күҙ нурҙарым
Барығыҙҙы ҡәҙерле
Һеҙ бит минең емештәрем
Өҙгөләрҙәй бәғерҙе
Нәҫелемде дауам итер
Ҡыҙҙарым бар, улдарым
Рәхмәтлемен Хоҙайыма
Бергә үтә йылдарым
Бик бәхетле ҡартәсәмен
Оноҡтарым егерме
Һөйөп бағып йәшәүҙәрем
Үҙе шатлыҡ күңелле
Уянамын балам тиеп
Тыуыр көнөмә Хоҙам
Ҡайғыларҙан бер үк һаҡла
Ҡуҙмаһын тағы ярам
Балдан татлы, һыуҙай татлы
Баламдың балалары
Ҡартәсәй тип әйтеүҙәре
Тултырып ҡарауҙары
Ҡайғы еле ҡаҡмаһын тип
Уҡыйым доғаларым
Хәтәрҙән һаҡла Хоҙайым
Йөрәгем алмаларын
Бәхет эҙләп
Ғүмер буйы бәхет эҙләнем мин
Табырыма хатта инанып
Хеҙмәтемдән оло баһа алдым
Йәшәгәнмен шулай ҡыуанып
Затлы тундар кейҙем алтын йыйҙым
Бәхет ошо тиеп уйланым
Тик юғалтҡас ҡына туғанымды
Тормош асылынан һыҙландым
Бәхет булған икән бер һыныҡты
Туғандарың менән бүлешеү
Ә кистәрен шаулап гөр килешеп
Юҡ бар һүҙҙән генә көлөшөү
Хәсрәт килгәс кенә аңлайбыҙ шул
Бәхет булған икән бергә саҡ
Көтөп алған инәй ҡараштары
Тәүге һөйөү ҡалған тыуған яҡ
Елбәҙәк йәшлегем
Мин һиҙәмен ғүмер буйы көттөң
Ғәфү итәр тиеп был юләр
Араларға упҡын үҙең ҡаҙҙың
Тик ярҙарын иркәм кем күмәр
Һалған күперҙәрҙе үҙең һүткәс
Үкендең бит иркәм үкендең
Ә елбәҙәк йәшлек елеп уҙҙы
Ваҡыттарҙан йылдар һүтелде
Белмәнекме һөйөү ҡәҙерҙәрен
Сер һөйләнек ятҡа, дуҫтарға
Дуҫтар бары ышанысты һатты
Ҡалдыҡ икәү шулай яттарға
Мәңге ҡайтмай беләм үткән ғүмер
Үкенһәктә күпме көтһәктә
Яраларҙан йөрәк һаман ҡанай
Юҡҡа сыҡҡас хыял теләктәр
Йылдар уҙған һайын тик күңелдәр
Үткәндәрҙе эҙләп һағына
Йыраҡтағы өмөт йондоҙона
Ниңә йәндәр һаман табына
Бала сағым
Ҡай тарафта ҡалдың бала сағым
Ҡайҙа ҡалды йәшлек аҙашып
Мин һаманда еләк йыйам тауҙа
Төштәремдә ҡайтып һаташып
Көтәме икән йәшлек усаҡтары
Яр буйҙары тулы ҡуҙ күмер
Серен сисеп елде ана елдәр
Көтмә тиеп уҙҙы был ғүмер
Туҡтамай шул ваҡыт тәгәрмәсе
Туҡталҡаһы юҡ ул йылдарҙың
Күптәр ҡайтыр ине юлын табып
Сиртер өсөн йөрәк ҡылдарын
Уйнап үҫкән ярҙар һыу буйҙары
Һағыш булып ҡалған хәтерҙә
Йәшлек моңо хәҙер тормош йыры
Беҙ үкенеү менән түгелмәҫ
