logo
Муниципальное бюджетное учреждение «Централизованная библиотечная система» городского округа город Салават Республики Башкортостан
БИБЛИОТЕКА ИСТОРИЧЕСКОГО И ДУХОВНОГО
ВОЗРОЖДЕНИЯ – ФИЛИАЛ № 10

График работы:

ВТ-ПТ: 10:00-19:00
СБ: 09:00-18:00
Выходной: ПН, ВС

Башҡортостан, тыуған ерем.

Салауат ҡалаһының “Сатҡылар” йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Ишҡәле Даминов шиғырҙары

Башҡортостан, тыуған ерем.

Башҡортостан, тыуған илем,
Һиңә сикһеҙ һөйөүем.
Йылғаларың, тауҙарыңдай,
Мәңге һүнмәҫ һөйөүем.

Башҡортостан, тыуған ерем,
Батыр егеттәр ере.
Зәңгәр күктәр, киң далалар,
Сибәр ҡыҙҙарҙың иле.

Башҡортостан, һөйәм һине,
Бишек бит ул, тыуған ер.
Тауҙарыңдан көстәр алһам,
Йылғаларҙан моң алам.

Ҡояш иле, Башҡортостан,
Яңғырай ул йырҙарымда.
Ҡурай моңло оҙон көйҙәр,
Оҙата гел юлымда.

Тыуған илем
Башҡортостан оло йортом,
Ата – бабалар иле.
Зәңгәр күлдәр, киң далалар,
Уңған халҡымдың ере.
Ҡуш: Башкортостан, йәшәр илем,
Сикһеҙ һиңә һөйөүем.
Иркен илдә тыуғанғамы,
Һәр саҡ яҡты күңелем.
Башҡортостан, һиндә ҡотом,
Халҡым төйәге һиндә.
Һиңә атап моң тибрәтәм,
Йырым сөйөлһөн күккә.

Башҡортостан, моңло илем,
Ирекле, маһир халҡың.
Бәхет, шатлыҡ юлдаш булһын,
Йөрәктә янһын ялҡын!

Ауылдаштар, һеҙгә әйтәм.
Ауылдаштар һеҙгә әйтәм,
Тыңлағыҙ барығыҙҙа.
Ҡанаҡай изге төбәкте,
Һаҡлайыҡ барыбыҙҙа.

Илде һөйөү яҙыҡ түгел,
Аңлайыҡсы, туғандар.
Ҡанаҡай ул изге төбәк,
Атаң ере һуғарған.

Сағыл тауым, яландарым,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.
Тыуған яғым, Торатауым,
Мең йәшә һин, теләгем.

Туғар салған, Һеләүегем,
Тулы, таҙа һыуҙарың.
Моңло халҡым, йыр моңдарың
Яңғыраһын, тынмаһын.

Хоҙай биргән урман-тауын,
Беҙгә бүләк – гөлләмә.
Йотор тамсым, зәм-зәм һыулы,
Ҡайтһам төшәм, Бәкәнгә.

Һаҡлайыҡ хозур мөхитте,
Тауҙарҙы, йылғаларҙы.
Саф һауалы урмандарҙы,
Һаҡлайыҡ балаларға!