ЫСЫН КЕШЕЛӘР
Әсәйемә
Рәхмәт әсәй, ғүмер биргән өсөн
Белмәҫ инем йәшәүемдең ғәмен
Күрмәҫ инем йыһан матурлығын
Белмәҫ инем сын һөйөүҙең тәмен.
Һиңә арнап бөгөн йыр тибрәтәм
Әсә мөхәббәте сикһеҙ тиеп
Ҡайҙа йөрөһәм дә янымдаһың
Гел бағаһың кеүек мине һөйөп.
Күкрәк һөтөң һаҡлай әле булһа
Шуға аҡлыҡ һәр саҡ күңелдә
Һин ҡабыҙған усаҡ дөрләп яна
Ҡот ҡуҙлана йөрәк түрендә.
Салауатым – нурлы ҡалам
Йәш ҡалабыҙ үҫә, матурлана
Исеменә лайыҡ – Салауат!
Ҡаршы ала беҙҙе юл сатында
Батырыбыҙ менән ҡола ат!
Сит ерҙәрҙән ҡайтып, тыуған яҡ тип
Оя ҡорҙоҡ һиндә ҡалабыҙ
Салауатың дан йырлаған ерҙә
Ышаныслы атлап барабыҙ.
Бейек йорттар күккә ашып тора
Сәскә ата гүзәл ҡалабыҙ
Мираҫ итеп нефть ҡалаһына
Билдә ҡуйып таштар һалабыҙ.
Ауылым тирәге
Башҡортостан киң илемдә
Бар кескәй генә төбәк
Ҡаршы ала юл буйында
Барыбыҙҙы бер тирәк.
Ошо тирәккә бәйләнгән
Ауылдаштар яҙмышы
Ауылымдың исеме Һаҙ
Һаҙ буйында ҡамышы.
Был ауылға ингән саҡта
Сәләм бир һин тирәккә
Ҡоштар өҙөлөп һайрауҙары
Үтеп инә йөрәккә.
Ҡаршы ала һәм оҙата
Тирәк ауылдаштарын
Әйләнеп ҡайтмағандарҙың
Белә ул яҙмыштарын.
Ошо тирәк оҙатып ҡалған
Ауыл егеттәрен һуғышҡа
Йәш килендәр серен сискән
Түҙә алмайынса һағышҡа.
Юл сатында ғорур тора
Ауылымдың тирәге
Уның тамырында тибә
Ауылдаштар йөрәге.
